Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
55.3
0
52.74
0
85.35
-1.83
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Сентябрь , 11:35

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы еңеүселәре асыҡланды

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
Фото:Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте

Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы тамамланды. Ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән конкурста Башҡортостан Республикаһы, Марий Эл, Силәбе өлкәһе һәм Красноярск крайынан 300-ҙән ашыу башҡарыусы ҡатнашты.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Гран-приҙы Хәйбулла районынан Рәдиф Бохарбаев яуланы. 16 йәшкә тиклемге ҡурайсылар ансамблдәре араһында беренсе урынға Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Өфө, етәксеһе Баймырҙин Вәсил) лайыҡ булды. 16 йәштән өлкән ҡурайсылар ансамбле номинацияһында Буранбай сәсән исемендәге халыҡ ҡурайсылар ансамбле (Баймаҡ районы, етәксеһе Аслаев Илнур) еңеү яуланы.

12 йәшкәсә солистар араһында беренсе дәрәжә диплом Йылайырҙан Илһам Юлгилдинға тапшырылды. 12-16 йәшлек солистар номинацияһында Динислам Утарбаев (Сибай), 16 йәштән өлкән башҡарыусылар араһында Ринат Нурмөхәмәтов (Салауат районы) һәм Ласын Мәғәфүров (Белорет районы) беренсе урынға лайыҡ булды.

Фестивалде ябыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы исеменән мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов сәләмләне. Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне Миңнулла Бикҡолов сараның хөрмәтле ҡунағы булды.

Иң өлкән ҡатнашыусы — Марий Эл Республикаһынан 80 йәшлек Муса Нурдәүләтов, иң йәше — Сибайҙан Арыҫлан Хәсәнов, уға 8 йәш. Ишемғоловтар (Хәйбулла районы), Ғайсиндар (Ауырғазы районы), Соңғоровтар (Хәйбулла районы), Дәүләтшиндар (Баймаҡ районы) ғаиләләре «Ҡурайсыларҙың ғаилә династиялары» номинацияһында дипломдар менән билдәләнде.

Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, жюри рәйесе Юлай Ғәйнетдинов ҡатнашыусылар һәм уларҙың остаздары өсөн ҡурайҙа уйнауҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар союзы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-09-18/nazvany-pobediteli-respublikanskogo-konkursa-kuraistov-im-yumabaya-isyanbaeva-2954516

Читайте нас в