07:37 (UTC+5), 16 Сентября 2022

Бөйөк башҡорт шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙары ҡумыҡ телендә донъя күрҙе

Альмира Давлетбаева

Махачкала ҡалаһының «Формат» типографияһында 700 дана тираж менән бөйөк башҡорт шағиры Мостай Кәримдең ҡумыҡ телендә «Гёнгюм - йырда...» («Күңелем — йырҙа…») тигән шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты. Был хаҡта «Башинформ»ға ғалим Әхәт Сәлихов хәбәр итте.

Мостай Кәримдең шиғырҙарын башҡортсанан ҡумыҡ теленә Дағстан шағиры һәм журналисы, Рәсәй Журналистар һәм Рәсәй яҙыусылары союздары ағзаһы Баһауетдин Самадов тәржемә иткән. Әлеге ваҡытта ул — Дағстандың Карабудахкент районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте бүлеге етәксеһе.

Әйткәндәй, Мостай Кәримдең шиғырҙары шулай уҡ төп нөсхәлә һәм рус теленә тәржемәлә бирелгән. Баш һүҙҙе Агарагим  Солтанморатов, Әхәт Сәлихов, Гөлназ Ҡотоева һәм Григорий Адаров яҙған.

«Баһауетдин Самадов — әлегә Дағстандан башҡорт шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙарын ҡумыҡ теленә тәржемәләгән берҙән-бер шағир. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында ғына бөйөк шағирыбыҙ Рәсүл Ғамзатов Мостай Кәримдең шиғырҙарын авар теленә тәржемә иткәйне, унан һуң Дағстан шағирҙарының береһе лә уның шиғырҙарын тәржемәләүгә тотонманы. Мостай Кәрим менән Рәсүл Ғамзатов бик яҡын дуҫтар , таылған шағирҙар ине. Йәш ҡумыҡ шағиры, тәржемәсе Баһауетдин Самадов нәфис тәржемәләре менән күп милләтле илебеҙҙең әҙәбиәт-ара бәйләнештәрен үҫтереү һәм нығытыу эшенә үҙ өлөшөн индерә тип өмөтләнәбеҙ», — тип билдәләнә журналист һәм шағир Баһауетдин Самадовтың яңы китабының инеш һүҙендә.

«2019 йылдың көҙөндә Өфөлә «Алтын ҡурай» халыҡ-ара журналистар конкура еңеү яуланым. Был конкурста сәхнәлә бөйөк Мостай Кәримде ҡумыҡ теленә тәржемә итергә тырышырмын тип әйткәйнем. Хәҙер был проект тормошҡа ашырылды, ҡумыҡ һәм башҡорт халҡы үҙ баһаһын бирһен», — ти тәржемә авторы.

Баһауетдин Самадов — тағы өс шиғырҙар йыйынтығы авторы, уларҙың ҡайһы берҙәре рус, башҡорт, азербайжан, балҡар, төрөк, яҡут, үзбәк һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-09-16/stihi-velikogo-bashkirskogo-poeta-mustaya-karima-izdany-v-perevode-na-kumykskiy-yazyk-2952231

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика