«Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшөнә арналған Бөтөн Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте. Таңсулпан Ғарипова — күренекле прозаик, драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.
Азат Шамил улы яҙыусыға ныҡлы һаулыҡ һәм яңы ижади уңыштар теләп, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың рәхмәт хатын тапшырҙы.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған конференцияға республиканың юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, музейҙары, китапханалары, театрҙары етәкселәре һәм белгестәре, журналистар, яҙыусылар, шулай уҡ Мәскәү, Силәбе, Чечен Республикаһы, Тыва, Удмуртия, Алтай, Чехия һәм АҠШ-тан вәкилдәр килгәйне.
Конференция аҙағында резолюция ҡабул ителде. Ойоштороусылар Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына «Өфөнөң почетлы гражданы» исемен биреүҙе юллай. Уның «Бөйрәкәй» китабы буйынса спектаклдәрҙе республика театрҙары репертуарына индереү, киносериал төшөрөү, авторҙың һайланма әҫәрҙәрен рус телендә баҫтырып сығарыу һәм яҙыусының тыуған яғында — Баймаҡ районында Таңсулпан Ғарипованың кабинет-музейын асыу күҙаллана. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейына айырым бина биреү мөһим пункттарҙың береһе булды, әлеге ваҡытта Әҙәбиәт музейы Достоевский урамындағы 160-сы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан.
Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Милли әҙәбиәт музейы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Яҙыусылар союзы, «Әҙәбиәт. Музей. Мәҙәниәт» ойошмаһы.