
«Аҡмулла» спектакленең ижади төркөмө башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе, башҡорт шиғриәте классигының тыуған төйәгенә — Миәкә районы Туҡһанбай ауылына юлланды. Спектаклде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры әҙерләй.
Башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов, театрҙың әҙәби-драма бүлеге мөдире Рәзилә Рыҫҡужина, музыкаль бүлек мөдире Вәсил Ғафаров, рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов һәм сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева Мифтахетдин Аҡмулла музейында булды.
«Беҙҙең төркөм Аҡмулла биографияһындағы иң мөһим факттар аша уның тормошо һәм ижады менән таныштырыу бурысын ҡуйҙы. Ул мәғрифәтсе булған, хәҙер инде беҙ балаларға һәм үҫмерҙәргә, йәштәргә, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһына ла Мифтахетдин Аҡмулланың кем икәне тураһында һөйләргә тейешбеҙ», — ти Зөһрә Бураҡаева.
Театрҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, спектаклдең премьераһы 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә күрһәтелә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.