
Дүшәмбе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу буйынса эшсе төркөмдөң күсмә кәңәшмәһенә йомғаҡ яһаны. Сара 30 августа Шишмә районында Турахан кәшәнәһе алдында уҙҙы.
Республика етәксеһе ошондай боронғо кәшәнәләрҙең бик аҙ булыуына иғтибар итте.
«Был бик матур, — тине Радий Хәбиров, Евразия күсмә цивилизациялар музейы өсөн урында төшөрөлгән видеоматериалдарҙы күрһәтеп. — Бына күрәһегеҙме, һул яҡта ҡаҙыу эштәре бара. Беҙ яңыраҡ ҡына башланыҡ һәм шунда уҡ 15-се быуат ҡәберлектәрен таптыҡ. Яҡшы һаҡланған һөлдәләр буйынса шул замандарҙа йәшәгән кешеләрҙең образдарын, уларҙың типтарын тергеҙергә һөйләштек. Был бик ҡыҙыҡлы, иң мөһиме — ғалимдарға Турахан кәшәнәһенең серҙәрен аңларға мөмкинлек бирә».
Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөү ғәйәт ҙур эште күҙ уңында тота, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Унда ғилми үҙәк, мәҙәни-тарихи үҙәк, үҙенең ипподромы менән күңел асыу үҙәге, һөнәрселәр ауылы, шулай уҡ туристик үҙәк ойошторола.
«Яйлап ошо проектты тормошҡа ашырырбыҙ. Тарих үҙе беҙгә ошо урынды күрһәтте», — тине республика етәксеһе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.