
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова коллективты ансамблдең яңы директоры менән таныштырҙы.
Был вазифа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетовҡа йөкмәтелде.
«2003 йылда, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә балет артисы булып эшләй башлағас, берәй ҡасан данлыҡлы ансамблде етәкләү мөмкинлеге булыр тип уйламағайным да! — тине Нәзир Байегетов. — Был минең өсөн оло хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Хеҙмәт эшмәкәрлегенең ҙур тырышлыҡ талап иткән яңы этабы. Ансамблдең бай ижади тарихы, быуындар күсәгилешлеге, яратҡан тамашасылары бар, шуға күрә киләсәктә өлгәшелгән уңыштарҙы һаҡлап ҡалып, артабан үҫтерергә ниәтләйбеҙ! Әлбиттә, дөйөм тырышлыҡ, хөрмәтле артистарҙың булышлығы менән генә!»
Нәзир Нияз улы Байегетов Учалы сәнғәт училищеһын һәм Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлаған. Быға тиклем Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директорының ижади бүлек буйынса урынбаҫары вазифаһында эшләне. 2021 йылда ул үҙенең «Йәш йөрәктәр» башҡорт бейеүен сәхнәгә сығарҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ансамблдең элекке директоры Алмаз Сәйетов Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.