

Юрий Шатуновтың тыуған ҡалаһы Күмертауҙа 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатындағы музыка кабинеты уның исемен йөрөтә. Танылған артист ошо интернатта уҡыған.
Кабинеттың ишеге янында: «Легендар совет һәм Рәсәй йырсыһы, музыкант һәм композитор. «Ласковый май» төркөмө солисы (1986 - 1991). Популяр йырҙары: «Белые розы», «Лето», «Детство», «Тающий снег» һәм башҡалар. Күмертау ҡалаһында тыуған. 1984 йылдың сентябренән ноябренә тиклем беҙҙең интернатта белем алған» тигән яҙыу эленгән.
— Беҙҙең гимназияла, һәр мәктәптәге кеүек үк, 1959 йылдан беҙҙә уҡыған тәрбиәләнеүселәрҙең класс журналы һаҡланған архив бар. Беҙ уларға һаҡсыл ҡарайбыҙ, мәктәпте тамамлаусыларыбыҙҙың күбеһен әле лә күҙәтеп барабыҙ, уларҙың уңыштары менән ғорурланабыҙ. Улар араһында Юра Шатунов та бар ине, — тип һөйләнеләр гимназия-интернатта. — Артабан Юрий Шатунов исемендәге музыка кабинетын биҙәү менән шөғөлләнергә уйлайбыҙ.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.