Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
55.3
0
52.74
0
85.35
-1.83
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Август , 11:21

Республика театрҙарының береһенә актер һәм драматург Илшат Йомағоловтың исеме бирелә

Башҡортостанда актер, драматург, педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың 90 йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл көҙ юбилейлы датаға арналған тантаналы саралар уҙғарыу күҙаллана. Илшат Йомағолов иҫтәлегенә бюст һәм мемориаль таҡтаташ асыла. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театрына уның исеме бирелә.

«Күренекле сәхнә оҫтаһы Илшат Йомағолов бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә хеҙмәт итеүгә арнаны. Ижади көсө ташып торған, сағыу һәм тәбиғәттән бирелгән талантҡа эйә актер 50-нән ашыу онотолмаҫлыҡ ролдәр тыуҙырҙы. Илшат Хәлил улы Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының ижади коллективын ойоштороуға күп көс һалды. «Нәркәс» (пьеса СССР халыҡтары драматургияһы фестиваленең диплома лайыҡ булған), «Сәсәндәр», «Семәрле тәхет», «Буш сәңгелдәк» һәм башҡа билдәле драма әҫәрҙәре авторы Илшат Йомағолов башҡорт драматургияһы үҫешенә тос өлөш индерҙе», — тине Стәрлетамаҡ драма театры директоры Харис Әбдрәхимов.

- Әлеге ваҡытта театр Илшат Йомағоловтың быға тиклем «Мөхәббәт ҡоштары» исеме аҫтында барған «Һөйәрҙәргә ҡапҡан» спектаклен ҡуйырға әҙерләнә. Ә яҙ көнө уның әҫәре буйынса «Эҙләйбеҙ ҡыҙҙың сибәрен» спектаклен сәхнәләштерәбеҙ», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Илһам Рәхимов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» 2018 йылда Өфөлә Илшат Йомағоловҡа мемориаль таҡтаташ асыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-08-25/odnomu-iz-teatrov-bashkirii-prisvoyat-imya-aktera-i-dramaturga-ilshata-yumagulova-2923042

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в