05:13 (UTC+5), 18 Августа 2022

Башҡорт драма театры дипломат Кәрим Хәкимов тураһында «Ҡыҙыл паша» спектаклен сәхнәгә сығарырға йыйына

Ләйлә Аралбаева

103-сө миҙгелдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» пьесаһы буйынса спектаклде сәхнәгә сығарырға йыйына. Спектакль күренекле совет дипломаты, йәш Совет Республикаһы менән ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға тос өлөш индергән Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимовҡа арналған.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Бишбүләк районына сәфәре барышында Мәҙәниәт министрлығына Дүсән ауылында Кәрим Хәкимовтың йорт-музейын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә, шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында «Ҡыҙыл паша» спектаклен яңынан сәхнәләштерергә ҡушты.

Бынан алда театр репертуарында 1982 йылда ҡуйылған «Ҡыҙыл паша» спектакле бар ине. Пьесаның авторы Нәжиб Асанбаев, спектаклдең режиссеры Лек Вәлиев һәм төп ролде башҡарған Әхтәм Абушахманов уның өсөн Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ булды. Спектакль ғәрәп илдәре театрҙарының халыҡ-ара театр фестивалендә (Дамаск, 1986), ә телевизион версияһы Совет Үҙәк телевидениеһы аша күрһәтелде.

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы спектакль өҫтөндә Башҡорт драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов эшләй. Совет дипломатының тыуған төйәген өйрәнеү һәм яҡташтары менән аралашыу өсөн рәссам Альберт Нестеров менән Кәрим Хәкимовтың тыуған яғына — Бишбүләк районы Дүсән ауылына барып ҡайттыҡ, тип һөйләне ул.  

— Әле яңы инсценировка өҫтөндә эш бара, уны йәш башҡорт драматургы Әнгизә Ишбулдина яҙа. 1987 йылда ижад ителгән пьесаға өҫтәмәләр индерергә кәрәк, сөнки ошо ваҡыт эсендә яңы факттар асыҡланды, — тине Айрат Абушахманов.

Премьера ноябрҙә көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-08-17/bashkirskiy-dramteatr-vozrozhdaet-spektakl-krasnyy-pasha-o-diplomate-karime-hakimove-2913105

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика