
14 августа Ҡаҙағстандың Кустанай ҡалаһында беренсе тапҡыр башҡорттарҙың «Йыйын» байрамы ойошторолдо. Күләмле сараны «Башҡортостан Республикаһының Конгресс-бюроһы» ойошмаһының Ҡаҙағстан Республикаһындағы вәкиллеге булышлығында «Азатлыҡ» башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ойошторҙо.
Йыйын күңелле байрам менән тамамланды, унда бихисап ҡунаҡтар саҡырылғайны.
– 2022 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында тәүге унау иҫәбендә ҡала. Министрлыҡтың сит ил аппараты халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе көсәйтеүҙән тыш, халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, сит илдәрҙә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға булышлыҡ итеүгә, вәкил ебәрелгән илдә Башҡортостанды танытыу өҫтөндә эшләүгә йүнәлтелгән, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Кустанайҙа Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы филармонияһы артистары сығыш яһаны. Байрам ҡунаҡтары өсөн улар башҡорт халыҡ һәм заманса «Шәл бәйләнем», «Тыуған яҡ», «Халҡыма» һәм башҡа йырҙарҙы, шулай уҡ боронғо һәм заманса бейеүҙәр алып килгән.
Шул уҡ көндә спорт һәм традицион ярыштар, халыҡ уйындары ойошторолдо. Көрәштә еңеүсегә төп бүләк – һарыҡ тапшырылды. Байрам ҡунаҡтары алдында үҙешмәкәр йырсылар, бейеүселәр һәм инструменталистар сығыш яһаны.
Урындағы халыҡ шулай уҡ Башҡортостан продукцияһы менән таныша алды. Йәрминкәлә башҡорт балы, шифалы үләндәр, сироптар һәм башҡа тауарҙар һатып алырға мөмкин ине.
– Хәҙер Кустанайҙа Йыйын байрамын йыл һайын уҙғарырҙар тип ышанам. 28 августа Нур-Солтанда Йыйынды өсөнсө тапҡыр үткәреү планлаштырыла, – тине Нур-Солтан ҡалаһында «Офис-төркөм» Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы» ойошмаһы вәкиллеге етәксеһе Урал Аҙнабаев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың 29 сентябрендә Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында «Офис-төркөм» Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының вәкиллеге эшләй башланы. Етәксеһе – Урал Аҙнабаев.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.