Башҡортостанда «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы ғаризалар ҡабул ителә. Милли кейемдең үҙенсәлектәренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән проект быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарыла.
Конкурсҡа оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, стилистар, кейем тегеү буйынса ательелар, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырыла.
Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла:
«Башҡорт халыҡ кейеме– реконструкция»
«Заманса автор костюмы»
«Балалар кейеме – реконструкция»
«Башҡорт милли биҙәүестәре»
«Башҡорт традицион костюм аксессуарҙары».
Сара өс этапта ойошторола: 2022 йылдың 1 сентябренә тиклем ғаризалар ҡабул итеү, икенсе этап – һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау, 15-17 сентябрҙә эштәрҙе күрһәтеү. Өсөнсө этап – конкурсҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү – 2022 йылдың 14 декабрендә.
Ғаризаны «Тамға 2022. _______ номинацияһы» тигән билдә менән [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (961)046-23-56, 8 (347) 289-66-47.
Ентекле мәғлүмәт һәм уҙғарыу шарттары – конкурс тураһында положениела.
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың Милли музейы, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы, «Планетамолл-Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.