15:47 (UTC+5), 29 Июль 2022

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» фестивале башланды

Фото: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы
Альмира Давлетбаева

Баймаҡ районында бөгөн спорттың этник төрҙәрен популярлаштырыуға һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән «Башҡорт аты» фестивале асылды. Был турала республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Граф күле буйында ойошторолған байрам ат-спорт ярыштары, шулай уҡ илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән 100-гә яҡын уҡсы ҡатнашлығында «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале менән башланып китте.

«Фестивалгә ғаиләм менән килдем. Әлегә ҡарайбыҙ ғына. Бөгөн һауа торошо яҡшы, эҫе түгел. Быйыл йәй тәбиғәт тә хозур. Беҙҙең ғаилә уҡтан атыуҙы бик ярата, шуға районыбыҙҙа ошо спорт төрө менән бәйле ярыштарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Бында беҙ тәү сиратта уҡ атыу ярышында ҡатнашырға тип килдек. Республикабыҙ етәкселегенең башҡорт атына бағышланған ошондай ҙур сара ойоштороп ебәреүе хуплауға лайыҡ. Сөнки башҡорт халҡы өсөн ат изге хайуан тип иҫәпләнә. Башҡорттар элек-электән ат үрсеткән. Ат уларҙы туйындырған, кейендергән, транспорт сараһы булып хеҙмәт иткән. Йылҡы малының әкиәттәр һәм риүәйәттәрҙең төп геройҙары булыуын да беләбеҙ. Ир-егет үҙенең етеҙ һәм ҡурҡыу белмәҫ аты менән батырлыҡ ҡылған. Аттар тураһында бик күп йырҙар һәм әйтемдәр ҙә бар. Мәҫәлән, «Атһыҙ ир ҡанатһыҙ ҡош», «Арғымаҡ менгән арымаҫ», «Андыҙлы ерҙә ат үлмәҫ, атлы ерҙә ир үлмәҫ» һәм башҡалар», — ти фестиваль ҡунағы Гөлшат Шәймәрҙәнова. Уның һүҙҙәрен «Баймакский вестник» гәзите хәбәрсеһе Елена Ғүмәрова яҙып алған.

Бынан тыш, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында белдереүҙәренсә, фестивалдә күпбәйге буйынса асыҡ чемпионаттың һайлап алыу этаптары һәм таяҡ тартыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре була.

Иртәгә, 30 июлдә, ҡатнашыусыларҙы түңәрәк өҫтәлдәр, Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы, ат-спорт ярыштары, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең күргәҙмә-йәрминкәһе һәм башҡа саралар көтә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-07-29/v-baymakskom-rayone-startoval-festival-bashkirskaya-loshad-2890941

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика