
Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле композитор һәм йырҙар авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөфтәдин Ғиләжевтың музейы асылды. Проект «Атайсал» хәйриә проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Был башланғыс менән ауыл биләмәһе депутаты Ришат Имаев сығыш яһағайны.
Уны асыу тантанаһына абруйлы ҡунаҡтар — Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов, композиторҙың тормош иптәше, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Ғиләжева килде. Концертта композиторҙың йырҙары яңғыраны.
Музейҙағы экспозиция бик бай: композиторҙың ижады хаҡында ҡыҙыҡлы документтар, көнкүреш һәм шәхси әйберҙәр, хаттар, фотоһүрәттәр.
Мөфтәдин Ғиләжев — 300-ҙән ашыу популяр йыр һәм романс авторы. Риф Мифтахов һүҙҙәренә «Сарманай», «Әлдә дуҫтар бар әле», «Һағындыра тыуған яҡ», Роберт Миңнуллин шиғырына «Әрем еҫе, әрем тәме», үҙе яҙған «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем», «Минең ҡәҙерлеләрем» йырҙары киң билдәле. Уның әҫәрҙәре башҡорт һәм татар мәҙәниәтенең алтын фондына ингән.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.