6 июлдә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 91-се ижад миҙгелен Дауыт Юлтыйҙың «Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы» повесы буйынса спектаклдең премьераһы менән тамамлай. Инсценировка авторы — Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева.
— Бәхетле булыу – һәр кешенең теләге. Тик һәр кем дә үҙ бәхете өсөн көрәшергә, бар ҡаршылыҡтарҙы үтергә әҙерме? ХХ быуат башында башҡорт ауылында йәшәгән йәш ҡыҙ Әлимәнең үҙ-үҙе булып ҡалыуы һәм бәхетенә ирешеү ынтылышы беҙгә ысын кеше өлгөһөн күрһәтә. Башҡорт әҙәбиәте классигы Дауыт Юлтый яҙған был тарих һәр кемебеҙҙең күңеленә лә үтеп инер, фәһемле лә булыр, — тип һөйләне театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Гөлсәсәк Теләүсина.
Әҫәрҙең режиссеры — Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт труппаһының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов. Ҡуйыусы рәссам — Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов. Композитор — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Юлай Үҙәнбаев. Хореограф — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
«Был минең Сибай театрындағы тәүге эшем. Яңы коллектив менән эшләүе ҡыҙыҡ. Ләкин был эштә минең өсөн иң мөһиме — тарих. Дауыт Юлтый ошо ваҡиғаларҙың шаһиты булған. 1938 йылда ғүмере фажиғәле өҙөлгән яҙыусының әҫәре бер быуат самаһы үткәс сәхнәләштерелеүе бик ҡыуаныслы, — тип билдәләне Зөһрә Бураҡаева. — Ҡәнзәфәр менән Әлимәнең дуэты күптәргә оҡшар, йыр бик матур, күңелгә ятышлы. Композитор Юлай Үҙәнбаев менән берлектә ижад иткән тәүге йырыбыҙ».
Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә.
Сәхнә әҫәре «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» партия проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Билетты Пушкин картаһы менән дә һатып алырға мөмкин.