17:02 (UTC+5), 01 Июля 2022

Тарихта  беренсе тапҡыр «Юлдаш» радиоһы сәхнәгә спектакль сығарҙы

«Юлдаш» радиоһы йыш ҡына тыңлаусылары араһында төрлө бәйгеләр, конкурстар үткәрә. Уларҙың һуңғыһы бөтә республикала резонанс тыуҙырҙы, сөнки Башҡортостандың иң әүҙем ауылын асыҡлау ойошторолғайны. Бәйгегә 30-нан ашыу ауыл ҡушылды, уларҙан 7-һе финалға үтте. Районға район ҡаршы торған көсөргәнешле бәйгелә Әбйәлил районы Күсем ауылы еңеп сыҡты һәм радионан эксклюзив бүләк отто. Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимовтың тыуған ауылына «Юлдаш»тар махсус пьеса яҙып, үҙҙәре сәхнәләштергән спектакль алып барҙы.

Коллектив көн дә 24 сәғәт эфир уҙғарған арала ике ай дауамында «Буран ФМ» тип аталған спектакль әҙерләп, 30 июндә уны Күсем ауылы клубында халыҡ хөкөмөнә сығарҙы.  Ул мөхәббәт, тоғролоҡ һәм ябай кешеләр яҙмышында «Юлдаш» радиоһының уйнаған роле тураһында. Пьесаның авторы – йәш алып барыусы А.Сәсәнбаев, спектаклгә көйҙәрҙе композитор Р.Арҫланов яҙҙы, сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – З.Лира, ролдәрҙе төрлө бүлек мөхәррирҙәре, реклама һәм СММ белгестәре, алып барыусылар, тауыш режиссерҙары башҡарҙы.

Күсем ауылы халҡы аяғүрә «Юлдаш» тамашаһын ғына алҡышлап ҡалманы, иң әүҙем ауыл икәнлеген иҫбатлап, бейеү һәм фольклор ансамблдәре сығышын, спортсылар күнекмәләрен, ауылдарының данлыҡлы музейын, мәсетен, мәктәбен күрһәтте, йәйләүҙә ҡунаҡтарға самауыр сәйе эсерҙе, йолаһына тура килтереп, төрлө милли ризыҡтарҙан ауыҙ иттерҙе, дискотекала бейетте, тауға күтәрелеп данлыҡлы күлдәрен, далаларын күрһәтте.

Әбйәлилдә рухланған, илһам алған коллектив спектаклде Өфө тамашасыһына күрһәтергә тигән хыял менән ҡайтты.

«Тыңлаусыбыҙға  мөмкин тиклем яҡын булыу, уның менән бәйләнеште нығыта барыу, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһында эшләүселәрҙең башҡа һәләттәрен дә асыу һәм танытыу йәһәтенән беҙ заманға ярашлы бөтә алымдарҙы ла ҡулланып ҡарайбыҙ. Спектакль яҙыу һәм уны сәхнәләштереү шундай маҡсаттарҙың береһе ине. Тамашасының уны ихлас ҡабул итеүе бик ҡыуандырҙы, был тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ проекттарға тотонорға этәргес булыр», — ти директорҙың радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-07-01/vpervye-v-istorii-kollektiv-bashkirskogo-radio-yuldash-postavil-spektakl-2860576

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика