

Өфө ҡала Советының 16-сы ултырышында башҡорт эстрадаһы йырсыһы Нәзифә Ҡадироваға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме тапшырылды. Юғары һөнәри оҫталығы, мәҙәниәт өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, Башҡортостандың һәм Өфөнөң музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн ул ошондай мәртәбәле исемгә лайыҡ булды.
– Баш ҡалабыҙҙың почетлы гражданы булыу минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Мин 50 йылдан ашыу Башҡортостан мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә хеҙмәт итәм. Ошо ваҡыт эсендә донъяның яртыһын гиҙеп сыҡтым, әммә һәр ваҡыт яратҡан Өфөмә әйләнеп ҡайттым, – тине Нәзифә Жәүәт ҡыҙы.
Нәзифә Ҡадирова – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы. Уның репертуарында рус һәм сит ил романстары, рус, башҡорт халыҡ йырҙары, шулай уҡ Рәсәй композиторҙарының әҫәрҙәре бар.
– Нәзифә Жәүәт ҡыҙы «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеменә күптән лайыҡ. Ул оҙаҡ йылдар өфөләрҙе генә түгел, илебеҙ халҡын да үҙенең ысын мәғәнәһендә бөйөк таланты менән ҡыуандыра. Нәзифә Жәүәт ҡыҙына артабан да ижади уңыштар, яратҡан һәм йәмғиәт өсөн файҙалы эше менән шөғөлләнеүен дауам итеүен теләйем, – тип билдәләне ҡала округы башлығы, Өфө ҡала советы рәйесе Марат Вәсимов.
Белешмә
«Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме 1969 йылдан тапшырылп килә. Ошо ваҡыт эсендә уға 47 кеше лайыҡ булды. Әле 20 кеше ошо маҡтаулы исемде йөрөтә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.