17:07 (UTC+5), 22 Июнь 2022

Республикала Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге
Ләйлә Аралбаева

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Конкурсҡа үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла, тип хәбәр итте республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бәйге ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалау маҡсатында үткәрелә.

Йола буйынса, конкурс 2022 йылдың 16-17 сентябрендә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында ойошторола. Шулай уҡ конкурс сиктәрендә уҙған йылдарҙағы конкурстарҙың лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр һәм быйылғы конкурс еңеүселәре ҡатнашлығында концерттар була.

Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар союзы.

Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) – ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, сит ил сәхнәһендә (Франция, Германия, Швеция, Бельгия, Голландия) милли сәнғәтебеҙҙе күрһәткән тәүге башҡорт музыканты. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевҡа (вафатынан һуң) «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-06-22/v-bashkortostane-nachalsya-priem-zayavok-na-konkurs-kuraistov-imeni-yumabaya-isyanbaeva-2850508

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика