
Республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ташкент ҡалаһында милли байрамға — Һабантуйға һәм Башҡорт мәҙәни үҙәгенең 30 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша.
Сәфәр барышында делегация Үзбәкстандың Алишер Навои исемендәге Милли китапханаһында булды, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ике республиканың Милли китапханалары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү сиктәрендә башҡортса китаптар тапшырылды.
Үзбәкстан китапханаларына китаптарҙы Азат Бадранов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев бүләк итте. Башҡортостан делегацияһын Үзбәкстан Милли китапханаһы директорының мәғлүмәт-китапхана хеҙмәтләндереүе буйынса урынбаҫары Нәсибә Холдорова ҡаршы алды.
Үзбәкстан китапханаларының китап фондтары Башҡортостан әҙәбиәте, сәнғәте, мәҙәниәте, фәне, тарихы тураһындағы баҫмалар менән тулыланды. Бүләк ителгән китаптар араһында — ете томлыҡ «Башҡорт халҡының тарихы», «Башҡортостан» энциклопедияһы, этнография буйынса китаптар, башҡорт авторҙарының рус һәм башҡорт телдәрендә донъя күргән әҫәрҙәре.
Сәфәр барышында Башҡортостан делегацияһы Хәҙрәти-Имам дини комплексы етәкселеге менән дә осрашты һәм башҡорт телендәге Ҡөрьән китабын тапшырҙы.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.