12:58 (UTC+5), 17 Июня 2022

Үзбәкстанда милли байрам — Һабантуй ойошторола

Фото: Олег Яровиков

19 июндә Ташкент ҡалаһының Central Park мәҙәниәт һәм ял паркында милли байрам — Һабантуй үткәрелә. Быйыл ул Ташкент ҡалаһындағы Башҡорт мәҙәни үҙәгенең һәм Татар мәҙәни-ағартыу үҙәгенең 30 йыллығына арнала, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Зилә Баймырҙина.

Үзбәкстанда йәшәгән ватандаштарыбыҙ менән осрашыуҙан һуң Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, тантаналы сараларҙа рәсми делегация ҡатнаша. Уның составына Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, шулай уҡ артистарҙың ижади төркөмө инде.

Һабантуйҙа башҡорт тирмәһе ҡорола, уйындар һәм спорт ярыштары ойошторола, уҡтан атыу, милли уйын ҡоралы ҡурайҙа уйнау һәм башҡорт кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Һабантуйҙа Үзбәкстан, Башҡортостан, Татарстан сәнғәт оҫталары һәм «Изге Нур», «Дуҫлыҡ», «Йәшлек», «Ләйсән», «Һандуғастар», «Мираҫ» үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһай. Байрам концертында Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин һәм «Элвин Грей» проекты, «Zainetdin» этно-төркөмө, ҡурайсы Юлай Ҡасимов ҡатнаша.

Сәфәр программаһында Үзбәкстандың Алишер Навои исемендәге Милли китапханаһына барыу, китапхана фондын тулыландырыу өсөн башҡортса китап тапшырыу планлаштырыла.

Шулай уҡ Хәҙрәти-Имам комплексы етәкселеге менән осрашыуҙа башҡорт телендәге Изге Ҡөрьән Кәрим китабының тапшырыу тантанаһы була.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-06-17/v-uzbekistane-proydet-natsionalnyy-prazdnik-sabantuy-2843650

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика