


«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален ойоштороусылар йәнә баш ҡала һәм республика халҡын һәм ҡунаҡтарын форумды уҙғарыу күләме, башҡарыусыларҙың донъяуи кимәле, стилдәрҙең һәм йүнәлештәрҙең киңлеге менән ҡыуандырырға әҙер. Сара «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында була.
24 июндә фестиваль «Башҡортостанда тыуғандар» программаһы менән асыла. Унда төрлө миҙгелдәрҙә «Голос» шоуында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ сығыш яһай. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Касимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестрын тыңларға мөмкин. Беренсе көндө хедлайнерҙары — «ТенорА XXI века» арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө.
Форумдың икенсе көнөндә, 25 июндә, «Симфоник төн» Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры башҡарыуында донъя классикаһы шедеврҙарын тәҡдим итә. Дирижер пульты артында — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.
«Евразия йөрәге-2022» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең гала-концерты 26 июндә була һәм Йәштәр көнөнә арнала. Был көндө республикабыҙҙың йәш артистары сәхнәгә сыға. Улар араһында бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гөлнара Байғужина, Эдуард Хөснөтдинов, Nail Bashstyle һәм башҡалар бар. Тамашасылар алдында шулай уҡ «Бишбармаҡ» һәм «Дәрүишхан» төркөмдәре сығыш яһай. Бынан тыш, Бүрәт Республикаһының «Намгар», этно-төркөмө, Ҡаҙағстандың «HasSak» этно-фольк төркөмө сағыу номерҙар менән ҡыуандырмаҡсы.
«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале гала-концертының хедлайнерҙары — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Трофимов (Трофим) һәм Дима Билан. Фестиваль байрам фейерверкы менән тамамлана.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.