12:00 (UTC+5), 15 Июня 2022

Баймаҡ районында Йәүҙәт Бикбирҙин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте

Баймаҡ районы Күсей ауылы Мәҙәниәт йортонда күренекле бейеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Таҡтаташ асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы етәксеһе Иҙел Солтанов, Баймаҡ ҡалаһының «Саптар» бейеү студияһы етәксеһе Радик Бакиров, «Ирәндек» ансамбле ветерандары, туғандары, дуҫтары һәм уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты.

«Байыҡ-2022» балалар телевизион конкурсы еңеүсеһе Әмир Солтанов башҡарыуындағы «Генерал Игеҙәков» бейеүен барыһы ла тулҡынланып күҙәтте.

Башҡорт халҡының ғорурлығы, легендар бейеүсе, бейеү һалыусы Йәүҙәт Бикбирҙин ҡыҫҡа, ләкин сағыу ғүмер кисергән (44 йәше тулыр алдынан вафат булған). Ул 13 бала тәрбиәләнгән ишле ғаиләлә үҫкән, Йәүҙәт —унынсыһы. Атаһы — бейергә, әсәһе йырларға яратҡан. Баймаҡ ҡалаһында мәктәп-интернатты тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында белем алған. 1977-1985 йылдарҙа — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист, һуңынан Башҡорт дәүләт филармонияһында «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмө солисы. 1985 йылда тыуған яғына ҡайта һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Баймаҡ районында эшләй.

— Йәүҙәт ағайҙың Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында уҡып йөрөгән бер туған ағаһы Саматҡа яҙған хаттары һаҡланып ҡалған. Бер хатында 5-се класс уҡыусыһы Йәүҙәт былай тип яҙа: «Мәктәптә концерт ҡуйҙылар. Мин «Яблочко» һәм «Бригадир бейеүен» башҡарҙым. Мине сәхнәгә 2-3 тапҡыр, хәлдән тайғансы саҡырҙылар»,  — тип яҙа уның хаҡында журналист Әлфинә Ҡарағужина. — Дрезден ҡалаһы мэры Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле составында Германияла гастролдәр мәлендә Йәүҙәт Бикбирҙин башҡарыуында «Ҡара тауыҡ» бейеүен ҡарап, хайран ҡала һәм уға бер сумаҙан бүләктәр тейәп ҡайтара.

1995 йылда Өфөлә Ҡурай байрамында уның бейеүҙәре бөтә номинацияларҙа ла призлы урындар яулай. Башҡортостандың бейеү жанрын үҫтереүгә һәм һаҡлауға ҙур өлөш индергән 50-нән ашыу постановка авторы.

— Йәүҙәт Бикбирҙындең ижады халыҡсан булыуы менән мәңгелек. Башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм тарихын тәрән белеү уның бейеүҙәрендә сағылыш тапҡан: «Ҡаһым түрә», «Колхоз йәштәре», «Бейеш», «Ҡараһаҡал», «Игеҙәков», «Карауанһарай» һәм башҡалар. Уларҙың һәр береһе ҡабатланмаҫ, уларҙа башҡорттарҙың холҡо, рухы һәм тәбиғәте сағыла. Йәүҙәт Зәйнулла улы Урал аръяғы һәм Силәбе өлкәһе райондары өсөн бейеүҙәр ҡуйыу менән шөғөлләнде. Исеме Башҡортостандан тыш, унан ситтә лә уның бейеүҙәрен данлаған «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән айырылғыһыҙ бәйле. Ансамбль Германияла, Испанияла, Италияла һәм Бельгияла гастролдәрҙә булды, — тип белдерҙеләр Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-06-15/v-baymakskom-rayone-otkrylas-memorialnaya-doska-skazitelyu-tantsa-yavdata-bikberdina-2840134

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика