14:18 (UTC+5), 27 Мая 2022

Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы лауреаттары  асыҡланды

Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда уҡыусы йәштәр араһында «Йәшлек» республика йәштәр гәзите йыл һайын уҙғарып килгән Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Конкурсҡа 100 эш ҡабул ителгәйне, шуларҙың  26-һы төрлө номинацияла бүләкләнде. Быйылғы бәйге ер-һыу атамаларына арналып, һәләтле уҡыусылар һәм студенттарҙы асыҡлау, уларҙы дәртләндереү, яҙыуға оҫталыҡтарын үҫтереү, журналистика өлкәһендә милли кадрҙар әҙерләүгә шытҡы һалыу, тыуған төйәгебеҙ тарихына һөйөү уятыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Йәшлек» гәзите журналисы, конкурстың кураторы  Гөлназ Шәйхетдинова.

«Бәйгенең ер-һыу атамаларына арналыуы тыуған яҡты тәрәнерәк өйрәнергә, йәшәгән ереңдең үҙенсәлектәрен асыҡларға, тарихты белергә ярҙам итә. Уның тәрбиәүи роле бик ҙур, ижади фекерләүҙе әүҙемләштерә, ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерә, йәштәрҙе төрлө яҡтан тәрбиәләй, белемен арттыра», — тине конкурсының жюри рәйесе, профессор, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы Фәнил Күзбәков.

Баһалама төркөмө ағзалары бер тауыштан Баймаҡ районы Билал мәктәбенән Азат Хажиевты I премия лауреаты итергә ҡарар итте. Уның «Ер-һыу атамалары – ата-олатайҙар аманаты» тигән мәҡәләһе «Йәшлек» гәзитенә эйәреп, бик үҙенсәлекле итеп яҙылғайны. Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһынан Светлана  Килмөхәмәтованың «Әбйәлил мөғжизәһе – өлтөк ағастар» тигән көндәлек яҙмаһы менән Мәләүез районы Нөгөш мәктәбенән Азалиә Шәйәхмәтованың «Ер-һыу атамаһының килеп сығышы беҙҙең үткәнгә бәйле» мәҡәләһе II премияға лайыҡ булды. Салауат районы Янғантау мәктәбенән Алина Ғайсинаның «Мөсәт ауылы бай тарих һаҡлай»,  Белорет районы Шығай мәктәбенән Рәсим Юнысовтың «Ер-һыуыбыҙ тарихын өйрәнәйек», Сибай гимназияһынан Айҙар Әхтәмовтың «Хәйбулла районындағы күлдәр» материалдарына III премия лауреаттары исеме бирелде.

Ейәнсура районы Ибрай мәктәбенән Нәргизә Ҡолмөхәмәтова, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Розалина Мөхәмәтйәнова, Мәләүез районы Нөгөш мәктәбенән Рамаҙан Ғәббәсов, Әбйәлил районы Байым мәктәбенән Илназ Сәйетғәлин махсус приз менән бүләкләнде, бәйгелә көсөн һынаған 16 уҡыусы «Халҡым киләсәге» номинацияһында еңеүсе булды.

Еңеүселәргә «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәрире Артур Дәүләтбәков,  жюри рәйесе Фәнил Күзбәков һәм гәзиттең журналистары Башҡортостан райондары мәктәптәренә сығып, 25 май - һуңғы ҡыңғырыу көнөндә аҡсалата премиялар, Шөһрәтнамәләр, Булат Солтангәрәевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһындағы китап-альбомдар һәм бүләктәр тапшырҙы.

Республика уҡыусыларының ижади конкурсы  уҡыуҙа, сәнғәт,  спорт өлкәһендә маһирлыҡ күрһәткән, төрлө бәйге-конференцияла, турнирҙа  алдынғылыҡты бирмәгән,  иҫән сағында «Йәшлек» гәзитендә төплө фекерле мәҡәләләр менән сығыш яһаған Булат Солтангәрәевтың яҡты иҫтәлегенә 2015 йылдан үткәрелеп килә. Унда мәктәп, лицей, гимназияларҙа белем алыусы  IX – XI синыф уҡыусылары, урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнаша.

Булат Солтангәрәев Өфө ҡалаһының 3-сө гимназяһының сығарылыш уҡыусыһы ине, ул 2011 йылдың 22 майында автоһәләкәттә ғүмере өҙөлдө. 

«Бөтә Рәсәй-2015» Рәсәй журналистар союзының XIX фестивалендә «Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы» журналистар акцияһы илдең республика, край, округ һәм өлкә гәзиттәре араһында лауреат тип танылды һәм 2019 йылда «Граждандар йәмғиәтен үҫтереү» номинацияһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын яуланы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-05-27/v-bashkortostane-opredelili-laureatov-molodezhnoy-premii-imeni-bulata-sultangareeva-2818089

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика