
Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылы мәҙәниәт йортонда 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым түрәнең тарихи-этнографик музейы булдырылды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Ҡаһым түрәнең яңы тарихи-этнографик музейы ете бүлектән тора: башҡорт (Мырҙаш ауылында), рус (Рязановка), мордва (Садовка), татар (Талас), украин (Золотоношка), сыуаш (Ишпарс), ҡаҙаҡ ( Октябрьский).
Мырҙаш ауылында урынлашҡан төп музей 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылдарҙа рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полктары командиры Ҡаһым түрәгә арналған.
Ҡаһым түрә (Ҡаһым Мырҙашев, 1778 –1813) Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында тыуған. Уның героик фигураһы башҡорт ғәскәрҙәренең 1812 йылғы Ватан һуғышында алған хәрби даны менән айырылғыһыҙ бәйле. Айыусыла Ҡаһым түрә хөрмәтенә стела, башҡорт халыҡ йыры «Ашҡаҙар»ға һәйкәл ҡуйылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда ил Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуҙы билдәләй. Унда 28 атлы башҡорт полкы һәм Өфө пехота полкы ла ҡатнашҡан.
Әлеге ваҡытта экспозицияларҙы тулыландырыу, саралар планын төҙөү эше алып барыла. Учреждениены Республика көнөндә, 2022 йылдың 11 октябрендә, асыу күҙаллана.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-05-19/v-bashkortostane-sozdan-muzey-kahyma-turi-2810909
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.