
2022 йылдың 16 майында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, легендар музыкант, виртуоз баянсы, Башҡорт дәүләт филармонияһының почетлы ветераны Ридик Фәсхетдинов 83-сө йәшендә донъя ҡуйған. Ул Фәсхетдиновтарҙың артистар — музыканттар һәм бейеүселәр династияһына нигеҙ һалыусы ине.
Ридик Әхмәт улы Фәсхетдинов 1940 йылдың 16 мартында Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. 1962 йылда Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ уйын ҡоралдары бүлеген («Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы») тамамлаған.
Хеҙмәт юлын шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә концертмейстер булып башлай. 1975-2004 йылдарҙа — филармонияның баянсы-солисы.
2004-2010 йылдарҙа йәш коллективтың — Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры солисы, йәштәрҙең остазы һәм профессиональ оҫталыҡтың сағыу өлгөһө була.
Ридик Фәсхетдинов халыҡ-ара музыкаль сәхнәлә Башҡортостандың милли сәнғәтен әүҙем пропагандаланы, республиканың билдәле солистары менән бергә Европа, Азия, Африка һәм Көньяҡ Американың 60-тан ашыу илендә булып ҡайтты.
Музыка сәнғәте өлкәһендәге ижади һәм һөнәри ҡаҙаныштары өсөн бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән, шулай уҡ «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», «БАССР-ҙың халыҡ артисы», «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» тигән исемдәргә лайыҡ булған.
«Башинформ» агентлығы Ридик Әхмәт улының ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.