Башҡортостанда БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Сөләймәновтың 110 йыллығы айҡанлы «Октябрьский» ҡала мәҙәниәт һарайында уҙған XXI Республика ҡурай байрамы еңеүселәре иғлан ителде.
Гран-приҙы Учалынан Тәфтизән Зәйнышев яуланы, ә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Өфө), Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Баймаҡ районы), «Яйыҡ» халыҡ ҡурайсылар ансамбле (Учалы), Рөстәм Хәбиров (Туймазы), Иршат Дауытов (Ғафури районы), Айнур Собханғолов (Федоровка районы) һәм Вилдан Дәүләтбирҙин (Өфө) I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Конкурста Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән 334 музыкант, шул иҫәптән 93 солист һәм 22 ижади коллектив ҡатнашты.
«Ҡурай символ булараҡ башҡорт халҡының традицияларын ихтирам иткәндәрҙең һәм һаҡлағандарҙың һәммәһен дә үҙе тирәләй йыя. Республикабыҙ гербында һәм флагында ла ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Ул, элекке кеүек, ата-бабалар хәтерен һәм Башҡортостандың күп милләтле халҡының дуҫлығын аңлата», — тип билдәләне мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика ҡурай байрамы беренсе тапҡыр 2001 йылда уҙғайны. Ул ЮНЕСКО-ның башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау традицияларын үҫтереү һәм йәштәр араһында һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау буйынса программаһы сиктәрендә ойошторолдо.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.