
9 майҙа Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында Еңеү көнөнә арналған «Бөйөк ҡаһарманлыҡ — халыҡ хәтерендә!» исемле байрам концерты була. Был хаҡта республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Концертҡа ветерандар, локаль һуғыштарҙа һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡандар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылған.
Программа киске сәғәт 7-лә башлана. Унда башҡорт эстрадаһы артистары һәм ижади коллективтар: Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Александр Лынник, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Геннадий Родионов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин, популяр йәш башҡарыусылар Полина Кобец, Әлфиә Ниғмәтуллина, Әлфиә Ниғмәтуллина, Илдар Абдуллин, Алиса Жумагалиева, Ришат Рәхимов, «Джентельмены», «Премьер» төркөмдәре, «Zainetdin Neo Vision» шоуы ҡатнаша.
9 майҙа Өфөгә Рәсәй сәхнәһе йондоҙҙары килә. Артабан тамашасыларҙы Рәсәй йырсыһы МакSимдың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басковтың сығыштары көтә.
Байрамдың аҙағында РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко бөтәһе лә яратҡан «Еңеү көнө» йырын башҡара. Сара киске сәғәт 10-да байрам фейерверкы менән тамамлана.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.