16:51 (UTC+5), 26 Апреля 2022

Элвин Грей — Татарстандың атҡаҙанған артисы

Фото: Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева

2022 йылдың 23 апрелендә Татарстан Республикаһы Президентының «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһында»ғы указына ҡул ҡуйылған. Ошо указ нигеҙендә популяр башҡарыусы Радик Юлъяҡшинға (Элвин Грей) музыка сәнғәтен үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Был хаҡта «Минзәлә» гәзите (Татмедиа) хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылда Радик Юлъяҡшин «Татарстан мәҙәниәтенең йыл кешеһе» тауыш биреү йомғаҡтары буйынса еңеүсе тип танылғайны. 2017 йылда башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙона «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Йырҙар яҙыуҙан, башҡарыуҙан тыш, Радик Мөхәрләм улы Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе лә.

«Рәсми рәүештә тапшырылманы әле, тиҙҙән белербеҙ. Белеүемсә, Татарстан Радиктың тыуған көнөнә бүләк әҙерләй», — тине Элвин Грейҙың продюсеры Александр Слюсаренко.

Афишаларға ярашлы, үҙенең 33-сө тыуған көнөн, 17 майҙа, Элвин Грей Өфө ҡалаһының Йәштәр һарайында «Тыуған көн һеҙҙең менән бергә» тигән концерт менән билдәләргә йыйына.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-04-26/elvin-grey-stal-zasluzhennym-artistom-tatarstana-2784484

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика