

23 апрелдә онлайн һәм офлайн форматта «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» акцияһы уҙғарыла. Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
- 11:00- 11:25 – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;
- 11:30- 12:00 – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;
- 12.05- 12.30 – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙғандар өсөн.
Башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн диктантты Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, телде яңы өйрәнә башлағандар өсөн иһә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Мирас Ишдәүләтов уҡый.
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн – М. Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Нуриева.
Ҡатнашыусыларҙың диктантты өйҙә яҙыу мөмкинлеге лә бар. Һуңынан диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, 2022 йылдың 24 апреленә тиклем төнгө 12 тулғансы) bashdictant2022@mail.ru электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә кәрәк.
Төп офлайн-майҙансыҡтар Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында ойошторола. Өҫтәмә офлайн-майҙансыҡтар исемлеген сайтта ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ сайтта үҙеңдең офлайн-майҙансығыңды теркәү мөмкинлеге бар. Теркәлгәндән һуң улар «Бөтә майҙансыҡтар» бүлегендә күренә.
Ойоштороусылар башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусыларҙың барыһынан да акция барышында төшкән фотоларын #БашДиктант2022 #башҡорттелендәдиктант хештегы менән социаль селтәргә һалыуҙарын һорай.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.