

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө сиктәрендә 15 апрелдә Өфөлә II «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла һәм «Халыҡ кейеме интерпретацияһы проблемаһы» темаһына түңәрәк өҫтәл була.
Экспозицияла Өфө, Мәскәү, Сибай ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Башҡортостандың Архангел, Балаҡатай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Туймазы, Учалы райондарынан финалсыларҙың, оҫталарҙың, костюмдар буйынса рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың эштәре тәҡдим ителә.
Күргәҙмә Милли музейҙа 29 апрелгә тиклем эшләй.
Фән һәм практика вәкилдәрен халыҡ кейемен реконструкциялау һәм трансформациялау, эшлекле бәйләнештәр булдырыу, фәнни һәм практик ҡаҙаныштар менән алмашыу, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен реаль практикаға индереү мөмкинлектәрен тикшереү мәсьәләләренә киңерәк йәлеп итеү өсөн 15 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында түңәрәк өҫтәл ойошторола.
Унда ҡатнашыу өсөн мәҙәниәт һәм халыҡ художество кәсептәре өлкәһендәге белгестәр: билдәле этнографтар, рәссам-дизайнерҙар, ошо өлкәлә эшмәкәрлек алып барған йәмәғәт ойошмалары һәм берекмәләре вәкилдәре саҡырыла. Түңәрәк өҫтәл онлайн һәм офлайн үткәрелә.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-04-07/v-ufe-otkroetsya-vystavka-rabot-ii-mezhdunarodnogo-konkursa-masterov-bashkirskogo-kostyuma-tam-a-2760571
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.