10:29 (UTC+5), 30 Марта 2022

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәим Әхмәтйәнов һәм уның ҡатыны ҡот осҡос юл фажиғәһендә һәләк булған

Фото: sgtko.ru/bashdramteatr
Ләйлә Аралбаева

Башҡортостандың халыҡ артисы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе актеры Фәим Әхмәтйәнов һәм уның ҡатыны Белорет районында ҡот осҡос юл фажиғәһендә һәләк булған. Был хаҡта «Башинформ»ға актерҙың театрҙағы коллегалары хәбәр итте. Уларҙың һүҙҙәренсә, Әхмәтйәновтар Әбйәлил районына туғанын ерләргә ҡайтып барған. Актерҙың тормош иптәше Хөснә Әхмәтйәнова уҡытыусы булып эшләгән. Уларҙың ике балаһы ҡалған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә киске сәғәт 8 тирәһендә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 190-сы саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Great Wall менән ҡаршыға килгән Маn йөк машинаһы бәрелешкән. Еңел машина водителе һәм уның пассажиры ваҡиға урынында йән биргән. Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Әхмәтйәнов Фәим Ғәни улы 1964 йылдың 1 июлендә Ишембай районы Ибрай ауылында тыуған. 1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт театр берләшмәһенең башҡорт театры актеры булып эшләй башлай. Өс тиҫтә йыл эсендә артист шунса уҡ ролдәр башҡара, ижади биографияһында – күп жанрҙарҙа (комедияларҙа, трагедияларҙа, драмаларҙа) төрлө образдар. Бер йыл элек Фәим Әхмәтйәнов «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

«Башинформ» Әхмәтйәновтарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-03-30/v-strashnom-dtp-v-beloretskom-rayone-pogibli-narodnyy-artist-rb-faim-ahmedyanov-s-suprugoy-2748838

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика