16:24 (UTC+5), 09 Марта 2022

Легендар композитор Рим Хәсәнов 75 йәшен билдәләй

Бөгөн легендар композитор, 400-ҙән ашыу йыр, балладалар һәм романстар авторы, Өфөнөң почетлы гражданы Рим Хәсәновҡа 75 йәш тулды. Композиторҙы юбилейы менән республика етәксеһе лә ҡотланы.

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева

«Һәр кемдең яратҡан йыры бар. Минеке — «Ҡышҡы романс». Әсәйем Фидан Ғафаров башҡарыуындағы ошо йырҙы бик ярата ине. Йырҙың көйөн Рим Мәхмүт улы Хәсәнов ижад иткән, — тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — «Өфө йүкәләре», «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит», «Юҡҡа түгел» һәм башҡа бик күп йырҙар хитҡа әүерелде, уларҙа тотош быуын үҫеп сыҡты. Сөнки Рим Хәсәнов йөрәккә үтеп инерлек йырҙар яҙа. Юбилейығыҙ менән, маэстро! Ҙур рәхмәт, Рим ағай!».

Рим Хәсәнов — совет һәм башҡорт композиторы, автор-башҡарыусы, яҙыусы, СССР-ҙың Композиторҙар союзы һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы. Рим Хәсәновтың ижады башҡорт сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Ике балет, бик күп хор, камера-инструменталь, симфоник әҫәрҙәр, шул иҫәптән театр, радио һәм кино өсөн музыка, 400-ҙән ашыу йыр, балладалар һәм романстар, шулай уҡ шиғырҙар һәм пьесалар авторы.

Рим Хәсәнов бөгөн дә ижад итеүҙән туҡтамай. 2021 йылда уның пьесалары һәм шиғырҙары донъя күрҙе. «Биш пьеса» һәм «Шиғырҙар. Беренсе китап» китаптарын Рәсәй каталогында һәм илдең ҙур китапханаларында табырға мөмкин. Һуңғы ваҡытта өс аудиоальбом төҙөнө, 50 яңы йыр яҙҙы. Үҙе кларнетта уйнарға өйрәнеп, кларнетта башҡарылған башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары йыйынтығын яҙҙырҙы. «Кларнет шул тиклем оҡшай, тағы ла Роберт Юлдашев кеүек ҡурайҙа уйнарға хыялланам», — ти композитор.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-03-09/legendarnyy-kompozitor-rim-hasanov-otmechaet-75-letie-2720036

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика