

Өфөлә композитор, баянсы, аранжировкалаусы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының музыка бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин 48 йәшендә генә донъя ҡуйған. Хеҙмәттәштәре хәбәр итеүенсә, коронавирус менән ауырығандан һуң уға инсульт булған.
Илшат Яхин Учалы районында тыуған. 1988 йылда Өфө музыка мәктәп-интернатында уҡый башлай (хәҙер Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты). Өфө сәнғәт училищеһының музыка факультетын (баян класы) тамамлай (уҡытыусыһы З.Ф. Мөслимов). 1992 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына, баян класы буйынса уҡырға инә (педагогтары Р.Р. Рәхимов, М.И. Ғәйнетдинов).
Студент сағында уҡ Яхин Сибай дәүләт филармонияһында халыҡ уйын ҡоралдары оркестры етәксеһе булып эшләй башлай. Сибай филармонияһы коллективы менән Францияла, Грецияла, Белгород, Ташкент, Сәмәрҡәнд ҡалаларында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша.
2001 йылдан Илшат Яхин — Башҡорт дәүләт филармонияһында «Карауанһарай» фольклор-эстрада төркөмө аккомпаниаторы-концертмейстеры. 2005 йылда филармонияның музыка бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.
Илшат Яхин спектаклдәрҙең музыкаль әҫәрҙәре авторы булараҡ республика театрҙары менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Театр режиссерҙары менән һөҙөмтәле эшләү Яхинды театрға алып килә. 2011 йылдан Илшат Яхин М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире булып эшләй.
Илшат Ғәббәс улы — композитор һәм аранжировкалаусы, шулай уҡ Истанбулда Башҡортостан Республикаһы көндәрен (2008 йыл), балалар араһында «Байыҡ» республика башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсының гала-концерттарын (йыл һайын), «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының гала-концертын музыкаль яҡтан биҙәй.
Композиторҙың һуңғы эш урыны — Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.
Илшат Яхин кинола ла әүҙем эшләне. «Бәхет ҡошо», «Сируси» сериалдары, «Өс хат», «Кластан тыш дәрес» кеүек ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙың композиторы.
Илшат Яхин ижади ғаилә башлығы ине, уның ҡатыны — Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, хореограф Сулпан Асҡарова һәм ике балаһы ҡалды.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-02-16/v-ufe-skoropostizhno-skonchalsya-kompozitor-i-bayanist-ilshat-yahin-2695184
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.