
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов (1932 йылдың 12 феврале — 1977 йылдың 20 феврале) совет дәүере башҡорт әҙәбиәте тарихында айырым урын биләй. Ижадында ул тормош мәғәнәһе, халыҡтың тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше хаҡында уйланды, туған телдең һәм мәҙәниәттең киләсәге өсөн борсолдо, башҡорт халыҡ ижадына йыш мөрәжәғәт итте. Рәми Ғариповтың иң билдәле шиғыры — «Туған тел». Рәми Ғарипов властар яғынан эҙәрлекләүгә дусар булды. Шағир нәфис тәржемә оҫтаһы булараҡ та билдәле. 2022 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән республикала шағирҙың 90 йыллығы билдәләнә.
Саралар планына ярашлы, 11 февралдә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында «Рәми дәресе» берҙәм республика тематик дәресе үткәрелә. Гимназияла Рәми Ғариповтың музей-кабинеты яңыртыла. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернаты менән берлектә Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған «Йәш ижадсы» конкурсын һәм интернет-викторина уҙғара.
12 февралдә шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалыу һәм Рәми Ғарипов иҫтәлегенә тантаналы митинг планлаштырыла. Рәми Ғариповтың юбилейына арналған шиғриәт кисәһе шағирҙың тыуған яғы Салауат районында ойошторола.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Рәми Ғариповтың шиғырҙарын донъя телдәренә тәржемәләү, шағирҙың ижады буйынса буктрейлерҙар республика конкурстарын үткәрә.
Юбилей саралары барышында шиғыр ятлаусыларҙың республика конкурсы, Ғарипов уҡыуҙары, туған тел уҡытыусылары өсөн ғилми-методик конференция, «Башҡортостандың йөҙ шағиры» республика әҙәби марафоны, Рәми Ғарипов иҫтәлегенә «Көрәш» республика турниры, волейбол буйынса республика турниры һәм башҡа саралар ойошторола.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә шағирҙың хәтер кисәһе апрелдең икенсе яртыһында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. Булат Йосоповтың «Рәми Ғарипов. Шағир көндәлеге» нәфис фильмының премьераһы көҙ көнө күрһәтелә.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-25/k-90-letiyu-narodnogo-poeta-bashkortostana-rami-garipova-proydut-krupnye-yubileynye-meropriyatiya-2667781
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.