05:50 (UTC+5), 24 Января 2022

Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмы «Алтын тәлинкә» кинопремияһын алды

Ҡазанда кинематография өлкәһендәге «Алтын тәлинкә» төбәк-ара премияһы менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Ләйлә Аралбаева

Милли кино өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн награда йәш авторҙарға эксперттарҙың йәшерен тауыш биреүе һәм тамашасылар рейтингы һөҙөмтәләре буйынса бер нисә номинация буйынса тапшырыла.

Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмы иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы өсөн «Алтын тәлинкә» премияһына лайыҡ булды. Бүләк — 500 мең һум. Награданы Рәсәйҙең кино белгесе Кирилл Разлоговтың ҡыҙы, продюсер Анастасия Разлогова тапшырҙы. Айнур Асҡаров Свердловск киностудияһында төшөрөлгән фильмдың ижади төркөмөнә рәхмәт белдерҙе.

«Алтын тәлинкә» премияһының авторы һәм инициаторы булып «Кино ваҡыты» кино проекттарына һәм фестивалдәр ойоштороуға булышлыҡ итеү дирекцияһы сығыш яһай. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Премияның маҡсаты — Рәсәй төбәктәрендә йәш таланттарҙы асыҡлау, уларҙы дәртләндереү һәм ғәмәлгә ашырылған проекттарға финанс ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ милли киноны танытыу, уның географияһын киңәйтеү, аудиторияны арттырыу.

Премияның бүләк фонды — 2,8 миллион һум. Аҡсалата приздар «Иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы», «Иң яҡшы тулы метражлы документаль фильм», «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы», «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы документаль фильм», «Иң яҡшы анимация фильмы», «Кадрҙар артынан кадрҙар», «Дебют», «Иң яҡшы work-in-progress проекты», «Тамашасылар һөйөүе» номинацияларында билдәләнде.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-24/filmu-buran-aynura-askarova-vruchili-kinopremiyu-zolotaya-tarelka-2665375

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика