


Мәҙәниәт министрлығы Өфөлә Башҡортостанда тыуып үҫкән совет дипломаты Кәрим Хәкимов һәйкәленең иң яҡшы проекты конкурсын оҙайтты.
Һәйкәлде В.И.Ленин исемендәге парк, Совет һәм Туҡай урамдары киҫелеше янында ҡуйыу планлаштырыла.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар, аңлатмалы яҙыуҙар, график материалдар һәм смета-финанс иҫәп-хисабы 2022 йылдың 4 апреленә тиклем «Рәсәйҙең рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһендә ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148. Телефон: 8 (347) 284-42-47.
Положение менән Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй Рәссамдар союзы» төбәк ойошмаһы сайтында танышырға мөмкин.
Кәрим Хәкимов – легендар шәхес, йәш Совет Республикаһы һәм ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға тос өлөш индергән күренекле совет дипломаты. Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-17/v-ufe-prodlili-konkurs-na-sozdanie-luchshego-proekta-pamyatnika-karimu-hakimovu-2657636
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.