
Сериалда хәҙерге үҫмерҙәрҙең проблемалары күтәрелә. Ете серия — башҡорт легендаһындағы ете ҡыҙҙың бәләгә тарыған үҫмерҙәргә нисек ярҙам итеүе тураһында ете тарих.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды директоры Люциә Юлыева, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов «Тамыр» командаһына ошондай мөһим һәм көнүҙәк проект өсөн рәхмәт белдерҙе.
Билдәле кинорежиссер Булат Йосопов «Тамыр» телеканалының яңы сериалын юғары баһаланы:
«Ышан» сериалының социаль әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Проект балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең туған телгә, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуын арттырыр, үҫеп килгән быуындың проблемаларына ата-әсәләр һәм йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итер. Сериалдың режиссеры — Адель Һөнәрғолова, сценарий авторы — Дамир Йосопов, операторы — Руслан Бикбаев, башҡарма продюсеры — Гөлшат Ғәлиуллина, монтажлау режиссеры — Дамир Сәлимов.
Ошо көндәрҙә «Ышан»дың ете серияһы ла социаль селтәргә һалына.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-14/v-ufe-sostoyalas-prezentatsiya-misticheskogo-seriala-yshan-2654409

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.