Йыл һайын 13 ғинуарҙа ваҡытлы матбуғат, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең, журналистарҙың һөнәри байрамы — Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. Һөнәри байрам тарихи дата — Рәсәйҙә баҫма вариантта беренсе гәзиттең сыға башлауы менән бәйле. 1703 йылдың 13 ғинуарында Петр I указы буйынса «Ведомости» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Иҫке Яңы йыл алдынан Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Журналистика һәр заманда ла иң мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һөнәр булып ҡала, тип билдәләне ул.
Журналистар 2021 йыл йомғаҡтары буйынса ижади конкурс еңеүселәренең дипломдары менән бүләкләнде. Уларҙы төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һөнәри байрамдары менән тәбрикләне. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе, күренекле яҙыусы Камил Йыһаншин, журналистарҙы ҡотлап, былай тине: «Тауҙарға йөрөгөҙ, сәйәхәт итегеҙ. Республикабыҙҙы иңләп сығыу өсөн өс ғүмер ҙә етмәй!».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы алты конкурс йомғаҡтары буйынса бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Ксения Калинина терроризмға ҡаршы проблематика буйынса иң яҡшы журналист эше конкурсында еңеү яуланы. Агентлыҡ күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында беренсе урынды алды.
Башҡортостандың Журналистар союзы ла киң мәғлүмәт сараларында һөҙөмтәле эшләгән һәм журналист эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн наградалар әҙерләгәйне. Республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов журналистарҙы Почет грамоталары менән бүләкләне.
Конкурс еңеүселәренең һәм почет грамоталары менән бүләкләнгәндәрҙең тулы исемлеге — беркетелгән файлда.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-13/v-ufe-v-den-rossiyskoy-pechati-nagradili-zhurnalistov-2652806
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.