06:19 (UTC+5), 30 Декабря 2021

Өфөлә мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәрен яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, уларға дәүләт наградалары тапшырҙы.

Фото: Владимир Стаханов
Альмира Давлетбаева

Мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн «Айҙар» театр-студияһы директоры Айҙар Ғәлимовҡа Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрынан ҙур рәхмәт еткерелде.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Дилара Иҙрисова, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Эльмира Саматова һәм Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы артисы Рәис Шәрәфетдинов «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.

«Уралтау» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Туған тел» телеканалы редакцияһы алып барыусыһы Айгөл Ғабдуллина, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең балет артистары Салауат Исҡужин, Вильнара Йәнтүрина, Азат Юланов һәм «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле йырсыһы (солисы) Илшат Шәйхуллин, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры артисы Юрий Кочетыгов, Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы артистары Людмила Локошко, Алла Щербакова, Рәсәйҙең «Заман» музыкаль төркөмө етәксеһе, «Башҡортостан яҡташтар берлеге» идараһы ағзаһы, «Башҡорт мәҙәни үҙәге» ойошмаһы директоры Радмир Мөфтәхин, Милли симфоник оркестры музыканттары Сафа Сөләймәнов, Гөлшат Усманова, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш рәссамы Иван Складчиков «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ булды.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы» исемен рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Михаил Спиридонов алды.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡуйыусы балетмейстеры Рәмизә Мөхәмәтшина һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз башҡарыу кафедраһы доценты Азамат Хәсәншин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.

Мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» булды.

Дәүләт наградаларынан тыш, Хөкүмәт вице-премьеры Шәжәрәне өйрәнгән һәм пропагандалаған, «Тамға» проектында әүҙем ҡатнашҡан мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Владимир СтахановВладимир Стаханов
Фото: Владимир Стаханов
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика