Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы Айбулат Баһауетдинов премияға Марат Кәримовтың «Салауат» хореография спектаклендә эшләгән һәм хореография сәнғәтен популярлаштырған өсөн лайыҡ булды.
Азат Вәлитовҡа премия Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектаклдәрендә ролдәрҙе юғары профессиональ башҡарғаны өсөн бирелде: Игнатов (Гүзәл Яхинаның шул уҡ исемдәге романы буйынса Ярослава Пулиновичтың «Зөләйха күҙҙәрен аса»), Прометей (Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!»), Айсыуаҡ (Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы буйынса Дамир Йосоповтың «Гөлбостан»).
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, дүрт шиғри йыйынтыҡ авторы Александр Хватков премияға әҙәбиәт өлкәһендәге юғары ижади ҡаҙаныштары, Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә һәм йәштәрҙе рухи яҡтан тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн лайыҡ булды.
Наградаларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы.
Премия Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән йәш яҙыусыларға, рәссамдарға, артистарға, музыканттарға, архитекторҙарға һәм режиссёрҙарға ике йылға бер тапшырыла. Быйыл бөтәһе 13 эш ҡабул ителде. Һәр премияның күләме – 150 мең һум.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.