

«28 декабрь — Халыҡ-ара кино көнө. Уҙған аҙнала беҙ кинематографистар менән осраштыҡ. Бөгөн башҡорт киноһы бар тип ышаныслы әйтә алабыҙ, ул бик ҡыҙыҡлы, сағыу. Ҡабул ителгән мөһим ҡарарҙарҙың береһе — Рәсәй кино фонды кеүек Кино фондын булдырыу», — тип белдерҙе Радий Хәбиров бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, республика Башлығының кинематографистар менән осрашыуында 2022 йылдан башлап кино проекттарына йыл һайын 50-шәр миллион һум аҡсаны күҙ уңында тотоу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
«Башҡортостан» киностудияһын йыл һайын заманса киноҡорамалдар менән йыһазландырыу, заманса кинотеатрҙар булмаған 14 муниципалитетта 2023 йылдың аҙағынаса яңыртылған кинозалдар асыу планлаштырыла.
Өфөлә «Родина» кинотеатрының 70 йыллығына әҙерлек башлана. 2023 йылға ремонт эштәрен башҡарып сығыу бурысы тора.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.