Кисә Радий Хәбиров мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙа «Яңы моң» телешоуы тураһында фекер алышҡандан һуң, мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Элвин Грейға (Радик Юлъяҡшин) туранан-тура һорау бирҙе.
«Мине бына нимә борсой. Инстаграмда ҡатынығыҙҙың ҡайҙалыр күсеп китеү өсөн әйберҙәр йыйыуы хаҡында уҡыным. Ҡазанда ла, Өфөлә лә йәшәүегеҙ менән килештем инде. Ләкин өсөнсө ҡаланы һайламайһығыҙҙыр бит?», — тип ҡыҙыҡһынды Радий Хәбиров.
«Беҙ республикала», — тип яуапланы Радик.
Бөгөн иһә артистың ваҡытлыса Рәсәйҙән ситкә күсенеүе билдәле булды. Элвин Грейҙың продюсеры Александр Слюсаренко хәбәр итеүенсә, ул ҡатыны Инзилә менән ай ярым Таиландта йәшәргә йыйына. Сит илдә ул яңы альбом өҫтөндә эшләргә ниәтләй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.