16:28 (UTC+5), 22 Декабря 2021

Башҡортостанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире Исмәғил Хажинға мемориаль таҡтаташ асылды

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Альмира Давлетбаева

Межгорье ҡалаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире Исмәғил Мөхәмәтхажи улы Хажинға мемориаль таҡтаташ асылды, уға арналған митинг үтте. Башланғыстың авторҙары – Башҡорт ҡоролтайының урындағы бүлексәһе һәм музыкант, йәмәғәт эшмәкәре Вилмир Әбүбәкеров.

Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тантанала геройҙың балалары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Вәкил Хажин, педагогик хеҙмәт ветераны Шәрғиә Хажина, ейәндәре – Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Хажин, Эльвира Яҡшыдәүләтова, Флүрә Танһыҡужина, Шәүрә Нәғимова ҡатнашты. Абруйлы ҡунаҡтар – медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Марсель Тойғонов, Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты Нурислам Ҡалмантаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Межгорье ҡалаһының почетлы гражданы Вәрис Шәнгәрәев та яугирҙе хөрмәтләп иҫкә алды.

Балалары уның тураһында түбәндәге хәтирәләр менән бүлеште: «Атайым һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Ул ныҡ диндар кеше ине, һуғыш, миҙалдар, ордендар тураһындағы һорауҙарға: «... Һуғыш – ҡанлы, дәһшәтле, ҡурҡыныс ғәмәл, Аллаһы Тәғәлә һеҙгә һәм балаларығыҙға уны күрһәтмәһен. Ә наградалармы? Минең өсөн иң ҙур награда – һеҙ: ғаиләм, ҡатыным, балаларым!».

Исмәғил Мөхәмәтхажи улы Хажин 1901 йылдың 19 сентябрендә Белорет районы Бирҙеғол ауылында тыуған. 1942 йылда үҙенең аты менән фронтҡа киткән. Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хәрби юлын башлаған. Фронттан 1945 йылдың авгусында әйләнеп ҡайтҡан. Ул ҡатыны Сәлимә Әхтәм ҡыҙы менән бергә балаларына юғары белем биргән, уларҙың бишәүһе уҡытыусы булып киткән. Исмәғил Мөхәмәтхажи улы корпус командиры генерал-майор М. Константиновты, дивизия командиры Г. Беловты, полк командиры Т. Күсимовты шәхсән белгән. Уларҙы һәр саҡ ғорурланып, һоҡланып иҫкә алған. Исмәғил Хажин 1996 йылда вафат булған, Белорет районы Бирҙеғол ауылында ерләнгән.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика