
Туғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙы – күренекле башҡорт шағиры, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Уның 25 шиғырҙар йыйынтығы, балалар өсөн 10-дан ашыу китабы бар. Китаптары рус, татар, төрки телдәрендә донъя күрҙе. Авторҙың балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре башҡорт телен өйрәнеү буйынса уҡыу ҡулланмаларына индерелгән.
Факиһа Туғыҙбаева башҡорт әҙәбиәтен, республика журналистикаһын үҫтереүгә һәм пропагандалауға тос өлөш индерҙе. Ул 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн башҡорт шағирәләренән беренсе булып Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. 2014 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде. 2014 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.
Факиһа Туғыҙбаева – балалар өсөн «Аҡбуҙат» әҙәби-нәфис журналын ойоштороусы, уның беренсе баш мөхәррире. Ул 40 йыл республика матбуғатында эшләгәндән һуң, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашты. Шағирә күп йылдар Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт секцияһы рәйесе булды, йәш әҙәбиәтселәргә ижад юлына аяҡ баҫыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.