06:36 (UTC+5), 21 Декабря 2021

Башҡорт музыканты Илһам Байбулдин – «Рәсәй күңеле» премияһы лауреаты

Премия халыҡ ижадын үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн бирелде. Документ Рәсәйҙең хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Ләйлә Аралбаева

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 17 декабрендәге бойороғо менән башҡорт эпостарын башҡарыусы, халыҡ сәсәне, Ғафури районы Красноусол ауылының халыҡ театры режиссеры Илһам Байбулдин халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй күңеле» премияһы менән бүләкләнде.

2006 йылда булдырылған «Рәсәй күңеле» премияһы халыҡ музыкаһы, халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, традицион халыҡ мәҙәниәте, халыҡ оҫтаһы номинациялары буйынса халыҡ художество традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә күп йылдар емешле эшләгән, ҙур ижади ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла.

Ошо йылдар эсендә 200-ҙән ашыу фольклор, вокаль һәм хореография ансамблдәре, халыҡ хорҙары, йыр һәм бейеү ансамблдәре, оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре етәкселәре, ижади коллективтар, үҙенсәлекле башҡарыусылар, халыҡ сәсәндәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары – Рәсәйҙең халыҡ ижадын бөтә төрлөлөгөндә һаҡлаған, үҫтергән профессионалдар лауреат исемен алды.

2020 йылдан башлап йыл һайын һәр береһе 500 мең һумлыҡ биш «Рәсәй күңеле» премияһы тапшырыла.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика