09:54 (UTC+5), 20 Декабря 2021

«Юлдаш» радиоһы фестивалендә йылға музыкаль йомғаҡ яһалды

Финал концерты 18 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.

Альмира Давлетбаева

Байрамда профессиональ йырсылар һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаны. Заманса хиттарҙы илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән «Юлдаш» радиоһы тыңлаусылары һайланы, тип белдерҙеләр редакцияла. Еңеүселәр фестиваль лауреаттары исеменә лайыҡ булды, исемле статуэткалар һәм дипломдар менән бүләкләнде.

Улар менән бер рәттән сәхнәлә йыр жанры оҫталары һәм фестиваль ҡунаҡтары сығыш яһаны. Йыл композиторы һәм йыл шағиры исемен бик күп популяр йырҙары менән билдәле Муса Смаков, йыл юбиляры Радик Хәкимйәнов алды.

«Легенда» номинацияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова билдәләнде, иң яҡшы  аранжировкалаусы — Марсель Ҡаһиров.

Фестивалдә тәүге тапҡыр өс яңы номинация тәҡдим ителде. Иң шәп ҡурайсы — Юлай Ҡасимов. «Иң яҡшы музыкаль чат» номинацияһында «Музыка һүнмә» төркөмө еңеү яуланы. Фәнил Шәмиғолов «Йыл кешеһе» тип танылды.

2021 йылдан радио яңылыҡ индерә, ул башҡарыусыларға ла, радио тыңлаусыларға ла бик оҡшаны. Махсус рәүештә әҙерләнгән «Радионың халыҡ артисы» миҙалдары Искәндәр Ғәзизовҡа, Рөстәм Шаһыбаловҡа, Рәдиф Зариповҡа тапшырылды.

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика