12:59 (UTC+5), 20 Декабря 2021

Тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы: Өфөлә драматург Нәжиб Асанбаевтың пьесалары донъя күрҙе

2021 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығы билдәләнә. «Китап» нәшриәтендә күренекле драматургтың республиканың төрлө ҡалаларында һәм унан ситтә сәхнәләштерелгән пьесалары баҫылып сыҡты.

Фото: «Китап» нәшриәте сайты

Нәжиб Асанбаев милли һәм илебеҙ драматургияһын үҫтереүгә тос  өлөш индерҙе. Уның ижады башҡорт драматургияһы классикаһын һәм республиканың күп милләтле мәҙәниәтен кәүҙәләндерә. Нәжиб Асанбаев ижад иткән әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәте һәм театрының алтын фондына инде. Китапҡа «Беҙгә егеттәр килде», «Рәйсә», «Фәйзи», «Зәйтүнгөл», «Яралы яҙмыш», «Ҡыҙыл Паша», «Миләш-Миләүшә» исемле сәхнә әҫәрҙәре тупланды. Китапты нәшриәттең фирма магазиндарынан, сайт аша һатып алырға мөмкин.

Нәжиб Вилдан улы (Николай Васильевич) Асанбаев (1921 - 2013) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған яҙыусы, шағир, драматург, йәмәғәт эшмәкәре.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика