
Байрамда профессиональ йырсылар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһай. Пандемияға ҡарамаҫтан, улар ижад итеүҙән туҡтаманы, йыл дауамында яңы йырҙар сығарҙы. Заманса хиттарҙы илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән «Юлдаш» радиоһы тыңлаусылары һайланы. Еңеүселәр фестиваль лауреаттары исеменә лайыҡ була, исемле статуэткалар һәм дипломдар менән бүләкләнә. Улар менән бер рәттән сәхнәлә йыр жанры оҫталары һәм фестиваль ҡунаҡтары сығыш яһай. «Йыл композиторы», «Йыл шағиры», «Легенда», «Һөнәргә тоғролоҡ», «Иң яҡшы аранжировкалаусы», «Йылдың иң шәп ҡурайсыһы», «Иң яҡшы музыкаль чат» һәм «Йыл кешеһе» номинацияларында еңеүселәр билдәләнә.
2021 йылдан радио яңылыҡ индерә, ул башҡарыусыларға ла, тыңлаусыларға ла ныҡ оҡшаны. Махсус рәүештә «Радионың халыҡ артисы» миҙалдары әҙерләнде. Халыҡ тауыш биреүе йомғаҡтары буйынса ла башҡарыусылар миҙал менән бүләкләнә. Хәҙер бындай миҙал йыл һайын тапшырыла башлай.
Тамашасыларҙы «Теге өсәү»ҙән тоҙло-боросло шаяртыуҙар, уйындар, бүләктәр, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, шулай уҡ яңы йылдың хужаһы Юлбарыҫ көтә.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.