14:45 (UTC+5), 17 Декабря 2021

Өфөлә Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһайҙар

Бөгөн, 17 декабрҙә, Өфөлә Башҡортостан тарихы йылы йомғаҡтары буйынса Республика ата-әсәләр форумы һәм тантаналы саралар бара.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

Ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар «Туған телдең көсө» фильмын ҡараны. Һуңынан театрлаштырылған пролог һәм башҡорт ырыуҙары парады тәҡдим ителде.

Сара барышында рәсми ҡунаҡтар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Президиумы ағзалары, йәмәғәтселек вәкилдәре, бөтә республиканан ата-әсәләр комитеттары ағзалары ҡатнашлығында пленар ултырыш уҙҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны, Башҡорт тарихы йылының мөһим мәлдәрен билдәләп үтте.

«Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте — милләтебеҙҙе берләштергән көс ул. Башҡорттарҙа 50-ләп ырыу булған. Беҙгә уларҙың үҙенсәлектәрен, тарихын өйрәнергә кәрәк. Йыл дауамында ике тиҫтә йыйын уҙғарылды. Беҙ төрлөлөк, шул иҫәптән диалекттар менән көслө. Республикабыҙҙың терәге — уның халыҡтары, башҡорт халҡының тарихы. Бөгөнгө сарала мөһим сараларҙы ойоштороуҙа һәм яҡтыртыуҙа ҡатнашҡан, башҡорт халҡының тарихи мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу эшенә тос өлөш индергән әүҙемселәрҙе лә билдәләйбеҙ», — тине Эльвира Ринат ҡыҙы үҙ сығышында.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ведомствоның Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән һәр ваҡыт тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыуын, төрлө мәсьәләләр буйынса үҙ-ара эш итеүен билдәләне.

«Хәҙерге ысынбарлыҡ мәҙәни ҡиммәттәрҙе электрон ресурстарҙа таратыуҙың яңы ысулдарын талап итә. Хәҙерге көндә берҙәм башҡорт мәҙәниәте порталы, матди булмаған мәҙәни ҡиммәттәр реестры бар. «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу барышында башҡорт телендәге 120 нәфис һәм документаль фильм һанлы форматҡа күсерелде»,—  тип билдәләне мәҙәниәт министры.

Әминә Шафиҡова Башҡорт тарихы йылы сараларында әүҙем ҡатнашҡандарға ведомствоның Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова мөһим сараларҙы ойоштороуҙа һәм яҡтыртыуҙа ҡатнашҡан, башҡорт халҡының тарихи мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу эшенә ҙур өлөш индергән әүҙемселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары һәм «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика