13:02 (UTC+5), 16 Декабря 2021

Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле «Пушкин картаһы» проекты буйынса концерттар менән сығыш яһаны

«Пушкин картаһы» — йәштәрҙе мәҙәниәткә ылыҡтырыу дәүләт программаһы, махсус пластик карта менән мәҙәни сараларға билет һатып алғанда ғына түләргә була. Карта иҫәбенә аҡса дәүләттән бүленә, уны 14-22 йәшлектәр ҡулланырға мөмкин. Проект 2021 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә индерелде.

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле программала әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булды һәм белем биреү учреждениелары уҡыусылары өсөн концерттар ойошторҙо. Һуңғы айҙа ғына ансамбль Өфөлә 12 концерт күрһәтте, 5000-гә яҡын тамашасы килде. Әйтәйек, Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, «Химик» мәҙәниәт һарайында, «Орион» ижад һарайында, Ҡала мәҙәниәт һарайында һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәҙәни саралар  уҙҙы. Йәш тамашасылар өсөн «Мираҫ» донъя халыҡтары йыр-бейеүҙәренән бай концерт программаһы әҙерләгән: «Күңелле уйындар», «Өс төп», «Берҙәм ғаиләлә», «Гармун», «Төймә», «Диңгеҙ буйында», «Хава нагила», «Маламбо», «Раз вечор» һәм башҡалар. Һәр концерт аншлаг менән үтте, тамашасылар артистарҙы ихлас ҡаршы алды, ә уҡыусыларҙың ҡарашында һоҡланыу бар ине.

«Хәҙерге заманда үҫеп килгән быуынды дөрөҫ тәрбиәләү, сәнғәткә ылыҡтырыу мөһим. Профессиональ ижади коллективтар быға ярҙам күрһәтергә һәм балаларҙы мәҙәни тормошҡа йәлеп итергә тейеш. «Мираҫ» ансамбле сығыштарына йәш тамашасылар йыш йөрөй, һис шикһеҙ, коллектив бейеү донъяһына сумдыра, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтерә, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтә», — тип белдерҙеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтендә.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика