Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.78
+0.13
93.13
+0.45
68.84
+0.2
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Декабрь 2021, 16:19

Өфөлә башҡорт телен үҫтереүгә арналған проекттарҙың презентацияһы үтте

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды башҡорт телен популярлаштырған проекттарҙың презентацияһын үткәрҙе. Сара Башҡорт теле көнөнә арналды.

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Быйылғы байрам шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың 190 йыллығына тура килде. Сара уның «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк» тигән шиғыр юлдары менән башланып китте.

Абруйлы ҡунаҡтар — Мәғариф һәм фән министрлығы, республика телевидениеһы вәкилдәре, Башҡортостандың Төркиәләге Конгресс-бюроһы вәкиле Марат Танһыҡҡужин һәммәһен дә байрам менән ҡотланы. Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева Мәғариф министрлығының башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн алып барған эше хаҡында һөйләне.

Презентацияла «Интерактив башҡорт», «Башҡортсофт», «Глосбе» кеүек проекттар күрһәтелде. Хәҙер ошо заманса ҡушымталар ярҙамында тотош һөйләмдәрҙе башҡортсанан руссаға, руссанан башҡортсаға тәржемә итергә, башҡортса телмәрҙең нисек яңғырауын тыңларға мөмкин.

«Сарала тәҡдим ителгән бөтә проекттарҙы ла мөһим тип атарға мөмкин. Тел байлығын һаҡлау буйынса проекттар ҙа, Башҡортсофт онлайн-тәржемәсеһе лә, һүҙлектәр ҙә, телепроекттар ҙа, әкиәт уйлап сығарған кескәйҙәрҙең ижады ла, Википедияның Башҡорт секторы ла — һәр кем заманса башҡорт телен үҫтереүгә өлөш индерә», — тине «Башинформ»ға Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.

Сайтты һәм ҡушымталарҙы төҙөүселәр уларҙың нисек эшләүен дә күрһәтте. Теләгән һәр кем bashkortsoft.ru тәржемәсеһен һынап ҡарай алды.

Glosbe (glosbe.com) проекты менән Милли китапхананың китаптарҙы цифрлаштырыу бүлеге мөдире Искәндәр Шакиров таныштырҙы. 2017 йылдан алып ул дүрт йыл дауамында ҡушымтаға бик күп параллель текстар өҫтәп, башҡортсанан руссаға, руссанан башҡортса онлайн-һүҙлек төҙөгән. Сарала ҡатнашыусылар тәржемә өсөн һүҙҙәр тәҡдим итеп, платформаны һынап ҡараны.

«Тамыр» балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина үҫмерҙәр өсөн «Ышан» мистик сериалы менән таныштырҙы. Сараны йырсылар Сабина Кучаева һәм Гәлсәр Байғусҡарова, скрипкасылар Резана Вәлиева һәм ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың сығыштары биҙәне.

Презентацияла шулай уҡ «Беҙ — башҡорттар» википедиясылар конкурсы һәм «Минең әкиәт» төбәк-ара әкиәттәр бәйгеһе еңеүселәре бүләкләнде. Әкиәттәр конкурсына 500-ҙән ашыу эш килгән, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡатнашҡан.

Һуңынан башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергән Гөлназ Күсәрова, Искәндәр Шакиров, Айҙар Хөсәйенов, Гөлфирә Миңлеәхмәтова, Әлфиә Күсәрбаева, Наил Юнысов фондтың рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Сараны ойоштороусылар — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Мәғариф һәм фән министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: